“Артистар ғаиләһендә тыуып, гастролдәрҙә йөрөп үҫһәң, ошолай күңелле була”, – тип яҙған йырсы.
Билдәле булыуынса, “Өфө йүкәләре” йыры баш ҡалабыҙҙы 400 йыллығы билдәләнгән ваҡытта ижад ителә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми һүҙҙәренә Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәнов яҙған йырҙы халыҡ ярты быуаттан һуң да яратып башҡара.