Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Май , 21:20

Башҡортостанда ХХ «Салауат йыйыны» фольклор байрамын үткәрергә әҙерләнәләр

    

Башҡортостанда ХХ «Салауат йыйыны» фольклор байрамын үткәрергә әҙерләнәләр
Башҡортостанда ХХ «Салауат йыйыны» фольклор байрамын үткәрергә әҙерләнәләр

16 июндә Башҡортостандың Салауат районында Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы уҙғарыла.

«Башинформ»ға халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республика байрамында район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн төрлө саралар ойошторола:

  •  «Аҡбуҙат» республика ат сабышы;
  •  «Салауат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы;
  •  «Иң яҡшы башҡорт тирмәһе» тирмәләр конкурсы;
  •  Балалар сәхнәһендә балалар һабантуйы;
  •  «Беҙ – Салауат тоҡомо» республика конкурсы. Егеттәр араһында – «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы – Зөләйха» бәйгеһе;
  •  Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир өсөн «Оран» республика конкурсы;
  •  Башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;
  •  Салауат Юлаев призына милли спорт көрәше буйынса «Көрәш» асыҡ республика турниры;
  •  Төп сәхнәлә Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты.

Концерт программаһында Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, шулай уҡ популяр төркөмдәр һәм артистар сығыш яһай.

Байрамда Салауат районының иң яҡшы ижади коллективтары, шулай уҡ һәүәҫкәр артистар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре һәм спортсылар ҡатнаша.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Салауат районы хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәге. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: