Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Май , 13:44

Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!

Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ләйсән Моталова "Һаумы,Һаумы, Әкиәт!" төбәк-ара конкурсында һәм "Тамыр" каналының проектында ҡатнаша

Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!
Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!

"Һаумы,Һаумы, Әкиәт!" халыҡ әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрендә һөйләүсе балалар төбәк-ара конкурсында ҡатнашҡан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ләйсән Моталова уңышлы сығыш яһаны. Ошоға бәйле уның етәксеһе Айһылыу Ғәйнелхаҡ ҡыҙы Килдебаеваны ла ҡотлайбыҙ.

Ләйсән "Тамыр" телеканалының Махсус призына лайыҡ булды һәм "Әкиәтсе" тип аталған проектҡа саҡырылды.
"Тамыр" каналында "Һаумы, Һаумы, Әкиәт" проекты шул тиклем оҫта итеп әкиәт һөйләүселәренә ҡарап барлыҡҡа килгән. Ул проекттың төҙөүселәре - балалар. "Һаумы,Һаумы,Әкиәт" те йәшәткән, уны тағы ла киңәйткән ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ, тиҙҙән зәңгәр экрандар аша күрәсәкбеҙ.

Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!
Ләйсәнгә уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Гөлназ Ибраһимова, "Беҙ бергә" медиаүҙәге етәксеһе
Читайте нас: