Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Май , 12:09

Бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә

Марсель Собханғолов ихтирамлы педагог, һәләтле хореограф

Бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә
Бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә

Районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда хореографтар төп урынды биләй. Шундайҙарҙың береһе – Марсель Собханғолов тураһында булыр һүҙебеҙ. Күңелендә ижад ҡомары дөрләгән бейеү оҫтаһы башҡорт бейеү сәнғәтенең үҫешенә күп көс һала.

Марсель Миңләхмәт улы  Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында  ишле ғаиләлә донъяға килгән. Мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлаған. Әлеге көндә Аҡъяр ауылының  Балалар ижады йорто директоры вазифаһын башҡара. Шул уҡ ваҡытта район мәҙәниәт йортоноң “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләй. Йәш артистарға бейеү серҙәрен өйрәтә.

-2014 йылда Хәйбулла районына килгәс, Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда хореограф булып эш башланым. 2015 йылда “Сиҙәм” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе итеп ҡуйҙылар. 2019 йылға тиклем ансамбль менән эшләнем. Былтыр сентябрь айынан яңынан ансамбль етәксеһемен. Быйыл яңы состав булғас, уларға ансамбль репертуарындағы бейеүҙәрҙе өйрәтергә тырышам, сөнки элек ҡуйылған бейеүҙәрҙе бейемәһәләр, улар онотола.  Мәҫәлән, 90-сы йылдарҙа Йәүҙәт Бикбирҙин “Сиҙәм” ансамбленә ҡуйған күп кенә бейеүҙәр хәҙерге ваҡытта онотолған. Шуларҙы яңынан тергеҙергә ниәтем бар. Ансамблдең яңы составы менән апрелдә Сибайҙа “На крыльях танца” тигән конкурста 2-3-сө урындар алдыҡ.  Киләһе конкурстарҙа ла ҡатнашырға йыйынабыҙ. Ансамбль менән призлы урындар, яңы үрҙәр яуларбыҙ тип ышанам,  -  ти Марсель Собханғолов.

Марсель Миңләхмәт улы тәбиғи талантҡа эйә. Ул ҡуйған бейеүҙәр, уның сәхнәләге һәр бер сығышы күңелгә үтеп инә, һоҡландыра.

-Бейеү – минең өсөн күңел торошо. Бейеү аша үҙ эмоцияларыңды, кисерештәреңде күрһәтәһең. Әлбиттә, бәләкәй саҡта етәксе ҡуйған бейеү хәрәкәттәрен механик рәүештә эшләһәң, ҙурая төшкәс, мәғәнәһен аңлап бейейһең. Бейеүҙәр төрлө була. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны тамашасыларға бейеү аша күрһәтәһең.

Бейеү менән шөғөлләнеү сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Ул мускулдарҙы, һөйәкте, ғөмүмән бөтә организмды нығытырға ярҙам итә. Кәүҙә торошо, буй-һын матурая. Бейеү менән шөғөлләнгән балалар сәхнәлә үҙен тоторға, тамашасы алдында сығыш яһарға, коллектив эшләргә өйрәнә, комплекс юғала, башҡалар менән тиҙ уртаҡ тел табалар. Ансамблдә бейеүсе балалар дуҫлыҡҡа өйрәнә һәм ул йылдар дауамында һаҡлана. Быны мин үҙ миҫалымда беләм, сөнки элек бергә бейегән егеттәр менән һаман да бәйләнеште өҙмәйбеҙ,- ти хореограф.

Районда бейеү сәнғәте үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Быны бейеү ансамблдәренең уңышлы эшләүе асыҡ дәлилләй. Ә инде Марсель Собханғолов кеүек хореографтар районда бейеүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Артабанда талантлы хореографҡа эшендә ижади уңыштар, яңы үрҙәр, сағыу бейеүҙәр ҡуйыуын теләп ҡалабыҙ.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 21-се һанында.

Бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә
Бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: