Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Май , 09:41

Афарин, Нурислам!

2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыһы республика конкурсында еңеү яуланы

Афарин, Нурислам!
Афарин, Нурислам!

"Китап-Байрам" халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә 2024 йылдың 25 майында Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуына 450 йыл тулыуға арналған "Китап уҡыусы ата-әсәләр - китап уҡыусы балалар" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы үтте. «Әҙәбиәттә заман сағылышы» номинацияһында 5-7-се класс уҡыусылары араһында 2-се Аҡъяр мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Нурислам Йәнйегетов (етәкселәре Л.З.Йәнйегетова, Р.Х.Исмәғилева) еңеү яуланы. Афарин, Нурислам!  Артабан да яңынан-яңы үрҙәр яуларға, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешергә насип булһын!

Афарин, Нурислам!
Афарин, Нурислам!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: