Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Май , 23:42

Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге Музыка музейы үҙ эшен башланы

     

Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге Музыка музейы үҙ эшен башланы
Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге Музыка музейы үҙ эшен башланы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музей Свердлов урамындағы Валериан Альбанов исемендәге Полярниктар музейы янында ағалы-ҡустылы Соловьёвтар усадьбаһы йортоноң тарихи бинаһында ойошторолдо. Музей залдары Шаляпин осорондағы Өфө интерьерына оҡшатып эшләнгән (XIX быуат аҙағы). Айырым зал йырсының Өфөләге эшенә, сәхнәләге дебютына арнала. Экспозицияның дөйөм майҙаны - 146 квадрат метр.

Башҡортостан Башлығы баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын музейҙың асылыуы менән ҡотланы, уның аң-белем таратыу һәм республикаға туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән мөһим ролен билдәләне.

– Бөгөн Өфөлә бик сағыу ваҡиғалар үтә. Уларҙың береһе – Фёдор Иванович Шаляпин исемендәге Музыка музейын асыу. Ул тап республиканың баш ҡалаһында ҙур артист булараҡ билдәлелек яулаған. Музей биләмәһендә күренекле йырсының ижад юлы этаптарын күрергә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Музей эшмәкәрлеген үҫтереүгә етди ҡарайбыҙ. Был тарихыбыҙҙы һаҡлауға һәм үҫеп килеүсе быуынды әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләүгә тос өлөш индереү ул. Шуға күрә Өфөнөң тарихи үҙәгендә ҙур музей кварталы асабыҙ. Ул мәҙәниәт һәм сәнғәтебеҙҙең үҫеш нөктәһенә әүереләсәк.

Асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы һәм сараның абруйлы ҡунаҡтары яңы музей менән яҡындан танышты. Учреждение экспозицияһында йәмғеһе 600-ҙән ашыу әйбер тәҡдим ителә.

Өфөнөң тарихи үҙәгендә асылған мәҙәни квартал биләмәһендә шулай уҡ Ҡайтарылған исемдәр музейын булдырыу эштәре башланды. Ул Свердлов урамында Музыка музейы менән күрше бинала урынлашасаҡ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте.

Автор:Нурзиә Хәсәнова

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: