Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Май , 23:29

Дарья Донцова Өфө халҡының тәртиплелегенә һоҡланды

"Баш ҡалағыҙҙа таҙалыҡ яратҡан халыҡ йәшәй, тигән фекергә килдем", - тине билдәле яҙыусы.

Дарья Донцова Өфө халҡының тәртиплелегенә һоҡланды
Дарья Донцова Өфө халҡының тәртиплелегенә һоҡланды

Китап байрамының икенсе көнөндә иң күп халыҡты йыйған сара ул илебеҙҙең билдәле яҙыусыһы Дарья Донцова менән осрашыу булғандыр. Совет майҙаны ҡаршыһында урынлашҡан төп сәхнә алдындағы оло майҙанда алма төшөрлөк урын юҡ ине, тиһәң дә була.

Йыйылған халыҡты ихлас сәләмләп, сәхнәгә йылмайып килеп сыҡҡан яҙыусы иң беренсе баш ҡалабыҙ тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. 

- Иң тәү иғтибарымды йәлеп иткәне - Өфө урамдарының таҙалығы. Бында ҡала етәкселегенең генә тырышлығы түгелдер, күрәһең. Ҡала халҡы ла урамдарҙың таҙа, матур булыуын теләй. Бында мәҙәниәтле халыҡ йәшәйҙер, тип инанам, - тине ул. Яҙыусыны тыңларға килеүселәрҙең йөҙөн был минуттарҙа ғорурлыҡ тойғоһо солғап алды.

Юлай Кәримов фотолары. 

Автор:Равиля Гатауллина

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: