Хәйбулла районының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют хеҙмәткәрҙәре “А зори здесь тихие” билдәле фильмы мотивы буйынса видеоролик төшөрҙө. Видеоролик Бөйөк Еңеү көнөнә арнала (1941-1945).
--Фильм мортивы буйынса видеороликты ҡыҫҡа метражлы фильмдар буйынса конкурсҡа “Ғаилә” Көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгендә төшөрҙөк. Тәүҙә ниндәй фильмды алыу тураһында оҙаҡ уйландым һәм иң яратҡан хәрби фильмдарҙың береһе “А зори здесь тихие” фильмына туҡталдым. Видеороликты Йәнтеш һәм Атингән ауылдарында төшөрҙөк. Беренсе тапҡыр өсөн бик уңышлы килеп сыҡты. Күптәр хупланы. Бынан тыш, видеоға төшөрөү, аҙаҡтан монтажлау буйынса тәүге тәжрибәм булды,--тине Хәйбулла районы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют мөдире Ләйсән Рәхмәтова.
Видеороликта ролдәрҙе өҫтәмә белем биреү педагогы И.Манишев, социаль приют мөдире Л.Рәхмәтова, белгес-реабилитолог Д.Хәсәнова, тәрбиәсе Ю.Величко, ғаилә менән эшләү буйынса белгес Л.Дәүләтшина, кесе тәрбиәсе Ф.Сәмикаева уйнаны.