Турат ауылынан Фәтхуллина Ямалбикә Әхәт ҡыҙы ҡул эштәре оҫтаһы:ырғаҡ менән ниндәй генә балаҫтар бәйләмәгән. Бисерҙән эшләгән әйберҙәре күҙ яуын алып тора, таҫтамал, ҡулъяулыҡтар сигә. Ошо көндәрҙә ул Иләс һәм Яңы Ергән ауылдарының картаһын сигеп бөттө. Уға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.
#Илячевский СДК
#ВышитыйБашкортостан