МӘҘӘНИӘТ
19 Апрель 2024, 16:23

Халыҡтың рухын үҫтереүсе сара

   

Халыҡтың рухын үҫтереүсе сараХалыҡтың рухын үҫтереүсе сара
Халыҡтың рухын үҫтереүсе сара

Үҙәк район китапханаһында «Китапханалар төнө» акцияһы 2012 йылдан даими ойошторола. Унда йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны ла, мауыҡтырғыс яңы тамашалар, осрашыуҙар һаны ла арта бара. Ә быйылғы сараның милли мәҙәниәтебеҙгә ҙур иғтибар йүнәлтелеүе айырыуса ҡыуаныслы. Рәсәйҙә Ғаилә йылында акцияның темаһы — «Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ» булды. «Китапханалар төнө» кисәһен асып, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова сығыш яһаны һәм барыһын да китапханаларға килеп, бөтә ғаилә менән китаптар уҡырға саҡырҙы.

Ғөмүмән, сара бик күңелле үтте: балалар өсөн төрлө бәйгеләр һәм викториналар уҙғарылды, шулай уҡ һәр тамашасы лотерея уйынында ҡатнаша алды. Теләге булған һәр кем Ғаилә хеҙмәте белгестәре ойошторған маскировкалау селтәрҙәрен һәм халаттарын үреү, ҡоро душ һәм блиндаж шәме яһау, Садовыйҙан Римма Исҡужинаның түшелдерек тегеү, Мәмбәт ауылынан Вилена Ҡәйепованың селтәр бәйләү эше буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты, психолог Гөлиә Исҡужинаның ҡыҙыҡлы заданиеларын үтәне, «Ғаиләм-ҡәлғәм» китап күргәҙмәләре менән танышты. Бынан тыш, сараға килеүселәр Милли кейем көнө уңайынан булдырылған фотозонала иҫтәлеккә фото төштө.

Тәүгеләрҙән булып сәхнә түрен райондың матур ғаиләләре биҙәне, улар үҙҙәре менән таныштырып, байрамға йәм өҫтәп, тамашасыларға эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе һөйләне һәм ҡурай моңон яңғыратты.

Район мәҙәниәт йорто ҡарамғындағы «Балҡыш» ансамбленең йыр күстәнәсе һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Үҙәк район китапханаһы китапханасылары тарафынан Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» әҫәрен оҫта итеп сәхнәләштереүе тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. 

Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың халыҡ шағирының тағы бер әҫәрен дә хәтергә төшөрҙө. 1-се Аҡъяр мәктәбенең  5-се “а” һәм 7-се “а” кластары уҡыусылары (етәкселәре Венера Йәрмөхәмәтова) Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы нигеҙендә әҙерләнгән тамаша ла барыһының күңеленә хуш килде. Йәш тамашасылар үҙҙәренең тиҫтерҙәренең сәхнәлә үҙ ролдәрен оҫта итеп башҡарыуына һоҡланып ҡарап ултырҙы, спектакль дауамында сәхнәләге геройҙар өсөн янып-көйҙө.  Һай афарин, йәш артистар! Венера Ноғоман ҡыҙына һәм уҡыусыларға һәр башланғыстарында уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Һуңынан Үҙәкләштерелгән район китапаханалыр системаһының директоры Аксана Сынбулатова һүҙ алып, акцияны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм бер төркөм кешеләрҙе маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Сағыу һәм мауыҡтырғыс сара лотереяның иң төп призын – музыка колонкаһын уйнатыу менән тамамланды. Был юлы уңыш 1-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Камил Хәмәтшинға йылмайҙы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас