Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында төрлө милли кейем өлгөләре һаҡлана. Бөгөн Милли кейем көнө уңайынан уларҙың бер нисәүһе менән беҙҙе музейҙың директоры Рәзилә Байғусҡарова таныштырҙы.
– Башҡорттар милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе быуындан-быуынға тапшырып, ҡомартҡы итеп һаҡлағандар. Был ҡортбашлы камзулды музейға Вәлит ауылынан тыл хеҙмәтсәне Фәғилә Аблаева бүләк итте. Ул боронғо милли традицияларға таянып, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үҙ ҡулдары менән ошо кейемде бер йәшлек ҡыҙына тегеп биргән. Башҡорттар элек-электән көмөш тәңкәләргә өҫтөнлөк биргән, улар ошо затлы металдың күҙ тейеүҙән һаҡлауына, ҡара көстәрҙе ҡыуыуына инанған. Был хатта балалар камзулы ла көмөш тәңкәләр, шулай уҡ ҡортбаштар (ҡабырсаҡтар) менән биҙәлгән. Ҡортбаштар ҙа яуыз көстәрҙән һаҡлаған тип ышанғандар, – ти Рәзилә Фазыл ҡыҙы.
Киләһе экспонат шулай уҡ балалар камзулы. Уны музейға Яңы Ергән ауылынан Суфия Билалова бүләк иткән.
–Был камзулды уның өләсәһе уҙған 1950-се йылдар аҙағында тегеп биргән. Кейем “ынйылар”, тәңкәләр, шулай уҡ милли орнаменттар менән биҙәлгән. Суҡлап эленгән “ынйылар” үҫәргән ырыуы ағасы – миләш емештәре тәлгәштәрен хәтерләтә, – тине музей директоры.
Был көндө тағы бер милли кейем өлгөһө – башҡорт түбәтәйе менән танышырға насип булды.
–Был данлыҡлы көрәшсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаззали Үтәшевтың түбәтәйе. Ҡомартҡыны музейға уның ҡатыны тапшырҙы. Күренеүенсә, боронғо башҡорт түбәтәйҙәре тәпәшәк булып, уның өҫтө еңелсә ҡалҡытып, тирмә формаһында эшләнгән. Был баш кейеме йәшел төҫтәге бәрхәт туҡыманан яһалған, – ти Рәзилә Фазыл ҡыҙы.
Башҡорттарҙың рухи хазинаһы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Һис шикһеҙ милли кейемдәр халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен байҡарға, уларҙы йәш быуынға тейешле кимәлдә еткерергә ярҙам итәсәк. Шунлыҡтан Милли кейем көнөнөң әһәмиәте лә бик ҙур.