Сибай ҡалаһында "Урал балалары тауышы" 3-сө республика йәш сәсәндәр бәйгеһенең 2-се туры булып үтте. Әбүбәкер ауылынан йәш сәсәндәр Әлибаева Динә (етәксеһе Зөһрә Хәсән ҡыҙы Билалова), Батырхан һәм Тимур Билаловтар (етәксеһе Әлфиҙә Ултракова), Наҙгөл Ултракова (етәксеһе Гөлсинә Ғәйнислам ҡыҙы Ҡоҙашева), Степной ауылынан Билалова Айгүзәл (етәксеһе Көнһылыу Ҡоланбаева) уңышлы сығыш яһанылар. Батырхан Билалов һәм Наҙгөл Ултракова 1 - се урын, Динә Әлибаева 2-се урын, Айгузәл Билалова 3-се урын яуланылар, ә етәкселәр Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнделәр. Сара сиктәрендә шулай уҡ "Балаларҙы башҡорт халыҡ эпостары һөйләргә өйрәтеү методикаһы" темаһына уҡыу ойошторолдо. Ҡотлайбыҙ Хәйбулланың һәләтле йәш сәсәндәрен! Артабан да уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы