МӘҘӘНИӘТ
18 Апрель 2024, 06:43

Хәйбуллала таланттар балҡышы

Бүребайҙа  район предприятиелары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында “Таланттар йондоҙлоғо” ижади бәйгеһенең беренсе этабы үтте

Хәйбуллала таланттар балҡышыХәйбуллала таланттар балҡышы
Хәйбуллала таланттар балҡышы

Бүребайҙа  район предприятиелары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында “Таланттар йондоҙлоғо” ижади бәйгеһенең беренсе этабы үтте.

Бүребай   тау-байыҡтырыу комбинаты, “Таусы” физкультура-һауыҡтырыу комплексы”,  Бүребай мәҙәниәт йорто,  2-се Аҡъяр һәм Бүребай мәктәптәре, Өфө һәм Бүребай ауыл биләмәләре  бихисап бейеү номерҙары менән сәхнәгә сыҡты. Жюри ағзалары һәр коллективтың сығышын биш баллы система буйынса баһаланы. Алда таланттар конкурсының  вокал буйынса икенсе этабы көтә. Ошонда инде еңеүселәр ҙә билдәләнәсәк.

СП Бурибаевский сельсовет

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас