МӘҘӘНИӘТ
6 Апрель 2024, 07:41

Башҡортостанда кино сәнғәте үҫешә

Яҡташыбыҙ, Хәйбулла районы егете Айнур Асҡаров “Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм” номинацияһында еңеү яулағайны

Башҡортостанда кино сәнғәте үҫешәБашҡортостанда кино сәнғәте үҫешә
Башҡортостанда кино сәнғәте үҫешә

Башҡортостанда кино сәнғәте үҫеш ала. 2023 йылда  кинематография өлкәһендә проекттарҙы хуплауҙа дәүләт  ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс үтеп, унда  5 проект еңеү яуланы. Әйткәндәй, Хәйбулла егете Айнур Асҡаров та ошо өлкәлә ҙур ҡаҙаныштар яуланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Ҡаҙанда “Алтын тәрилкә” төбәк-ара кинематография премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Унда “Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм” номинацияһында еңеүҙе йәш, башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Буран” картинаһы яуланы.

Айнур Асҡаров  мәҙәни башланғыстар президент фондынан 500 мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләнде. Матбуғат сараларына әңгәмәһендә режиссер: “Был минең тәүге аҡсалата бүләгем. Һис шикһеҙ ҡыуандым, премияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт,- тигән.

“Буран”  фильмы бер хоккеист тарихы хаҡында бәйән итә. Ул һаҡ аҫтына алынған еренән ҡаса һәм  Урал төбәге далаларында буранға эләгә. Картина режиссерҙың тыуған яғы Хәйбулла районында булған ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән. Фильмдың премьераһы Мәскәүҙә үтте .

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының ҡуйыусы —  рәссаме Айгөл Байрамғолова “ Өс таған” фильмындағы эше өсөн премияның шорт-лисына индерелгән.

“Алтын тәрилкә” премияһы Рәсәй төбәктәрендә йәш һәләттәрҙе асыҡлау, уларҙың проекттарына ярҙам итеү,  милли кииноны үҫтереү, уның географияһын киңәйтеү һәм аудиторияһын арттырыу өсөн ойошторола.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас