МӘҘӘНИӘТ
5 Апрель 2024, 05:17

“Нимә булды һиңә бөгөн?”

Аҡъярҙан һәүәҫкәр йырсы Ғәбделкәрим Сәфәрғәлиндың йыры  популярлыҡ яулай

“Нимә булды һиңә бөгөн?”“Нимә булды һиңә бөгөн?”
“Нимә булды һиңә бөгөн?”

Социаль селтәрҙә  “Нимә булды һиңә бөгөн?”  йырын башҡарған ир-егеттең видеояҙмаһы  таралды. Эй, үҙәктәргә үткәреп моңло йырлай. Халыҡ күңелен яулаған йырсы кем ул? Ул Аҡъяр ауылының “Таналыҡ” бассейнында йөҙөүгә өйрәтеү буйынса инструктор Ғәбделкәрим Сәфәрғәлин булып сыҡты. Беҙгә  һәүәҫкәр йырсы менән әңгәмәләшеү насип булды.

--Күңелем менән ижад кешеһемен. Район мәҙәниәт йортонда Гөлфиә Хәләфетдинова етәкселегендәге “Ҡайтауаз” гармунсылар ансамбле һәм Рәмилә Фәйзуллина етәкселегендәге “Юшан” халыҡ ансмбле составында төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ, “Байыҡ”та ла үҙебеҙҙе күрһәттек. Ҡайһы бер концерттарҙа ла йырлағаным булды. Ә бына  интернет селтәрендә  билдәлелек яулауға килгәндә, ул былай булды. Яңыраҡ һәүәҫкәр йырсылар бәйгеһендә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Ошо маҡсатта Юлай Асҡаров менән үҙем нисәмә йылдар яратып башҡарған “Нимә булды һиңә бөгөн?” йырын яҙҙыртыҡ,--тип һүҙ башланы Ғәбделкәрим Әбделхаҡ улы.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 15-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас