Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Март , 11:12

Театр – ул үҙе бер тормош

Бына инде дүртә тиҫтә йыл Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң “Һаҡмар” халыҡ театры тамашасыларҙы халыҡсан, бөгөнгө актуаль мәсьәләләрҙе күтәргән  спектаклдәре менән ҡыуандыра. Уның менән оҙаҡ йылдар уңышлы етәкселек иткән Лена Ултраҡова менән әңгәмәбеҙ театр хаҡында булыр.

Театр – ул үҙе бер тормош
Театр – ул үҙе бер тормош

40 йыл ғүмерен мәҙәниәткә арнаған Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Лена Фуат ҡыҙы Ултраҡова 2010 йылдан “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ул береһенән-береһе сағыуыраҡ спектаклдәр менән тамашасыларҙы хайран итеүҙән туҡтамай. Ул  һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Шуға күрә лә сәхнәләштергән пьесалары халыҡ күңеленә ята.

Драма коллективы халыҡ күңелен яулай

- Йәнтеш урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға индем. 1 йылдан һуң, ситтән тороп уҡыуға күсеп, 1984 йылда Йәнтеш мәҙәниәт йортонда эшләй башланым. Йәш, дәртле саҡ, башта мең төрлө идеялар урғылып тора. Шулай итеп ең һыҙғанып эшкә тотондом.  Тәүге спектаклем Әсхәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтә улдарын” булды. Күмәк кеше ҡатнашты. Шундай матур, бай йөкмәткеле спектакль ҡуйҙыҡ. Халыҡ яратып ҡабул итте. Әле ҡалай теүәккәл булғанмын,  шундай күләмле пьесаға тотонып, сәхнәгә сығара алғанмын тип уйлайым. Ул ваҡытта халыҡ бик күп йөрөй, йәштәр күп, клубта буш урын булмай ине. 9 майға пьесаны өлгөрттөк һәм уны күрше ауылдарға йөрөп ҡуйҙыҡ. Дәртләнеп китеп йыл һайын спектаклдәр ҡуя башланыҡ. Элек халыҡ әүҙем йөрөнө. Тракторға тейәлеп башҡа ауылдарға гастролдәргә сыға инек. Ҙур кинәнес менән спектаклде сәхнәлә ҡуйып, һуң ғына ҡайтыр инек. Йылына икешәр спектакль ҡуйҙыҡ. Уңышлы ижади эҙләнеүҙәр, яңы сәхнә әҫәрҙәре менән  халыҡ күңелен яуланыҡ. Ниндәй генә ҡатмарлы жанр булмаһын, театр һөйөүселәрҙең актерлыҡ оҫталығы идеяны тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә ине.  Кейәүгә сыҡҡас, Атингән мәҙәниәт йортона эшкә күсеп, унда диплом эшем итеп Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр” пьесаһын сәхнәләштерҙем. Ундағы халыҡты ла күтәреп алып, артабан “Бажалар” спектаклен ҡуйҙым. Кире Йәнтеш мәҙәниәт йортона күскәс, эшемде дауам иттем. Халыҡ театрында бик күп йылдар Фируза Моталова, Гөлнара Назарова, Байрас Байғусҡаров, Ғүмәр Нарбутиндар уйнаны. Ғүмәр ағай мәрхүм ниндәй генә ролдәр башҡарманы. Ул вафат булғас, театрҙың төҫө юғалған кеүек булды. Уның ҡатнашлығындағы һуңғы тапҡыр “Аты барҙың дәрте бар” спектаклен ҡуйҙыҡ. Ғүмәр ағайҙың  был яҡты донъяларҙа китеүе беҙҙең өсөн оло юғалтыу булды. Шулай уҡ Рацил һәм Гөлйөҙөм Байдәүләтовтар, Рәйсә Моталова, Фәниә Арыҫланова, Хәкимә Ҡужаәхмәтова  спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Быйыл 9 майға тағы ла спектакль әҙерләйбеҙ. Һәүәҫкәр актерҙар бик күптәр инде. 25 йыл Фәниә Арыҫланова менән бергә эшләнек. Мин уның алыштырғыһыҙ художество етәксеһе булдым.

“Тәкәлтау” өлгөлө балалар театры 

 2007 йылда беҙҙең мәҙәниәт йортоноң “Тәкәлтау” балалар театры - өлгөлө, Ә “Һаҡмар” театры халыҡ исемен алды. Ике театрҙа бөгөнгәсә әүҙем эшләп килә. Балалар театрында уйнаусы уҡыусылар ҙа үҫеп китеп, яңылары килеп, өҫтәлеп торҙо. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хәҙер балалар күбеһенсә русса һөйләшә, шуға күрә улар башҡортса шиғыр һөйләргә, һүҙҙәрҙе ятларға ҡыйынһыналар. Әммә йәш быуындың күңелендә театрға ҡыҙыҡһыныу,  һөйөү уятып,  һаман да әүҙем эшләп киләм. Былтыр һуғыш темаһына арналған Әнисә Фәррәхованың “Мин ҡайтырмын”  һәм “Наркотиктар тоҙағында” тигән пьесаларын тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ. Балалар был спектаклдәрҙә бик яратып уйнанылар. Әммә пьесаны һайлағанда тәүҙә үҙем уҡып сығам, унда уйнай алырлыҡ актерҙарым бармы-юҡмы икәнлеген уйлайым. Бөгөн актуаль булған пьесаларҙы  сәхнәләштерергә тырышам. Театр түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың ваҡыттары файҙалы үтә. Үҙҙәрен сәхнәлә тоторға, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәнәләр, һөйләү телмәрҙәре шымара. Шуға күрә ата-әсәйҙәре лә риза, балалар үҙҙәре лә спектаклдә уйнарға ынтылып тора.

Ауылдаштарым театрға битараф түгел

Халыҡ театрында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән йәш егет Флүр Моталов ауылға ҡайтһа: “Апай ниндәй спектакль ҡуябыҙ”, тип ынтылып тора. Нурислам Моталов, Гөлнур Моталова, Радик Иштанов, Илдар Искужиндар даими ҡатнаша. Ауыл халҡы  театрҙы ярата, бергәләп сәхнәлә төрлө образдар тыуҙырабыҙ. Теге йәки был пьесала драматург күтәргән актуаль проблемаларҙы тамашасыларға еткерергә тырышабыҙ. Күңелгә яҡын булған спектаклде сәхнәгә сығарырға тырышам. Бик күп һәүәҫкәр актерҙарым араһында кемеһелер комедияны, икенселәре трагедияны уйнарға ярата. Кемеһе ниндәй ролде башҡара аласағын белеп бөткәнмен. Ошо 40 йыл дауамында актерҙарым менән ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашһаҡ та гел алдынғылыҡты бирмәнек. Режиссер булараҡ спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарам, әммә үҙем ролдәр башҡарғаным юҡ, сөнки театрҙа ҡатнашыусы актерҙарым етә.

Тормош сәхнәһендә барыбыҙ ҙа актерҙар

Ғөмүмән алғанда театр – ул тормош, тиебеҙ. Ысынлап та тормош сәхнәһен дә һәммәбеҙ ҙә актерҙар. Халыҡ-ара театр көнө уңайынан барлыҡ театр һөйөүселәрҙе, унда ҡатнашыусы актерҙарҙы байрам менән ҡотлайым. Ниндәй генә тамаша, концерт йәки спектакль булмаһын, уның артында тамашасы күрмәгән кеше хеҙмәте тора Сәхнәләрҙә яңынан-яңы сағыу образдар тыуҙырырға, фәһемле спекталдәр ҡуйырға насип булһын. Халыҡ һәм өлгөлө театрҙарыбыҙҙың киләсәге бар, сөнки унда уйнарға теләүселәр, мәҙәниәт тип ынтылған ауылдаштарым бихисап, халыҡ дәртле, шул тиклем илһамланып уйнайҙар. Барыһы менән дә ғорурланам һәм рәхмәтемде белдерәм. Тамашасы хөкүменә сығарған спектаклдәребеҙҙе халыҡ бик йылы ҡабул итә, көслө алҡыштар менән оҙаталар.  Ошо йылдар эсендә театр мине, ә мин иһә театрҙы күтәрҙем, тип әйтә алам. Аллаға шөкөр, күп йыллыҡ хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн рәхмәтлемен.

 

 

Театр – ул үҙе бер тормош
Театр – ул үҙе бер тормош
Театр – ул үҙе бер тормош
Театр – ул үҙе бер тормош
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: