Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Март , 10:13

"Ғаилә уҡый, ил уҡый"

Район мәҙәниәт йортонда Балалар китабы аҙналығы асылды.

"Ғаилә уҡый, ил уҡый"
"Ғаилә уҡый, ил уҡый"

 21 март район мәҙәниәт йортонда "Ғаилә уҡый, ил уҡый" Балалар китабы аҙналығы асылды.

Сара балалар моделле китапханаһы ҡулланыусыларының ижади күргәҙмәләренән башланды. Шунда уҡ психолог Гөлиә Исҡужина балаларға тиҙ уҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Артабан район мәҙәниәт йорто залында тамаша күрһәтелде, балаларға әкиәт геройҙары менән осрашырға һәм улар менән бергә викториналар, йомаҡтар, флешмобтар рәүешендәге кәртәләрҙе үтеп, геройҙар юғалтҡан ғаилә китабын табырға кәрәк була. Бүләкләү тантанаһында балалар китапханаһының иң әүҙем уҡыусылары билдәләнде. Байрам күңелле һәм ҡыҙыу үтте, бөтә ҡатнашыусылар күтәренке кәйефтә таралышты.

 Ғәҙәттәгесә, бына инде 81 йыл рәттән "балалар китабы Аҙналығы-2024" бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә. Быйыл акция «Ғаилә уҡый, ил уҡый» тигән лозунг аҫтында үтә.

Балалар китабы аҙналығы-балалар өсөн әҙәбиәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән йыллыҡ акция. Уны китапханалар, мәктәптәр, нәшриәттәр, китап магазиндары, театрҙар, музейҙар, башҡа мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары үткәрә. Балалар китабы Байрамы тәүге тапҡыр 1943 йылдың 26 мартында Мәскәүҙә балалар әҙәбиәте классигы Лев Кассиль инициативаһы буйынса үткәрелә.

 

Рәзилә Ишназарова, район моделле балалар китапханаһы мөдире.

Автор:
Читайте нас: