Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Март , 11:13

Сибайҙың яугир егеттәре юғары наградаға лайыҡ булды

   

Сибайҙың яугир егеттәре юғары наградаға лайыҡ булды
Сибайҙың яугир егеттәре юғары наградаға лайыҡ булды

Бөгөн Өфөлә һөнәри байрамдары алдынан бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

Улар араһында Сибай концерт-театр берекмәһенең артистары, атап әйткәндә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Данир Хәмзин менән музыкант Илһам Мөхәмәтшин да бар. Яугир егеттәр “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Улар өлөшләтә мобилизация иғлан ителеүҙең тәүге көндәренән тиерлек ил именлеге һағына баҫты. Әлеге ваҡытта Данир менән Илһам ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Әйткәндәй, Данир Хәмзиндең шәхси тормошонда тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булған – үткән йомала уның Гүзәлиә исемле һылыу менән никахы теркәлгән.  

Шулай уҡ һөнәри байрам айҡанлы наградаға лайыҡ булыусылар араһында Сибай концерт-театр берекмәһенең концерт эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Ильяс Сафин, оркестр артисы, билдәле музыкант Дим Шәрәфиев, Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Алһыу Хафизова, ҡала мәҙәниәт идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлиә Нәҙерғолова, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Илмир Нәҙерғолов та бар.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенә тоғро хеҙмәт итеп, юғары исемдәргә лайыҡ булыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да уңыштар, илһамлы хеҙмәт теләйбеҙ. Ә инде яугир артистарға тыуған төйәккә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Сығанаҡ: Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Сибайҙың яугир егеттәре юғары наградаға лайыҡ булды
Сибайҙың яугир егеттәре юғары наградаға лайыҡ булды
Сибайҙың яугир егеттәре юғары наградаға лайыҡ булды
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: