Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Март , 07:58

Мәскәү өлкәһендәге ҡот осҡос терактҡа бәйле Башҡортостанда күңел асыу саралары уҙғарылмаясаҡ

   

Мәскәү өлкәһендәге ҡот осҡос терактҡа бәйле Башҡортостанда күңел асыу саралары уҙғарылмаясаҡ
Мәскәү өлкәһендәге ҡот осҡос терактҡа бәйле Башҡортостанда күңел асыу саралары уҙғарылмаясаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса 23 һәм 24 мартта Башҡортостанда күңел асыу саралары үткәрелмәйәсәк. Был хаҡта республика Башлығы хакимиәте хәбәр итә.

Һатып алынған билеттар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу шарттары, шулай уҡ сараларҙы, спектаклдәрҙе һәм концерттарҙы күсереү буйынса мәғлүмәтте мәҙәниәт учреждениеларының рәсми сәхифәләрендә аныҡлауҙы һорайбыҙ, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә 22 мартта Мәскәү өлкәһендә Красногорск ҡалаһындағы «Крокус Сити Холл»да ҡот осҡос теракт булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Һәләк булғандарҙың һаны 60-тан ашыу, 115 кеше дауаханаға оҙатылған, тағы 30 кеше амбулатор медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Фото:архив ИА «Башинформ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: