МӘҘӘНИӘТ
11 Март 2024, 13:44

Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола

   

Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолаБашҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола
Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола

хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Тейешле указға бөгөн ҡул ҡуйылған.

— Мәҙәниәт буйынса советта Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр килде. Беҙ Әминә Ивний ҡыҙы менән үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе барланыҡ. Мәктәптәр ҙә, көслө артистар ҙа күп, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Бөгөнгө көндө республиканың дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тип иҫәпләргә мөмкин.

Радий Хәбиров Республика көнөндә ошо ансамбль сығыш яһай алһын өсөн мәҙәниәт министрына тиҙ арала коллективты тупларға ҡушты. 

Фото:"Хәйбулла хәбәрҙәре" редакцияһы архивынан
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас