Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Март , 08:57

Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты

Аҡъюл ауылында 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Тормош йәме — ҡатын-ҡыҙ" кисәһендә Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар, Аҡъюл ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары командалары ярышты

Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты

Аҡъюл ауылында 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Тормош йәме — ҡатын-ҡыҙ" исемле кисә үтте. Байрамда Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар, Аҡъюл ауылдарынан ҡатын-ҡыҙҙар командалары ярышты.
Сараны асып Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнар Игебаев   байрам менән тәбрикләне. Аҡъюл ауылы ир-егеттәре исеменән Ильяс Ишемғолов   ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм алдағы ярыштарҙа уңыштар теләне.
Командалар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡараны. Беренсе тур сәләмләүҙән башланды һәр команда йыр ,исем ,эмблема әҙерләп алып килгән. Командалар араһында бик күп төрлө ярыш төрҙәре үтте: әсәйҙәр тураһында шиғырҙар, йырҙар мәҡәлдәр  әйтелде. Яулыҡ ябыныу, ҡорама ҡорау, аш-һыу темаһына һорауҙар һәм башҡа төрлө ярыштар, дәртле йыр-бейеүҙәр менән бергә үрелеп барҙы. Шулай уҡ “хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға ла яуап эҙләне командалар. Баһалама ағзаларының иҫәпләүҙәре бөткәнсе, Ишемғолова Фәнүзә инәйҙең байрам менән ҡотлап йырлы сәләме бөтәһенә лә хуш килде.
Һөҙөмтәлә  ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған командалар араһындағы ярышта дуҫлыҡ еңде һәм һәр кем матур бүләктәр менән бүләкләнде.
Байрамдың икенсе өлөшөндә Аҡъюл ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән таныштырыу һәм ҡунаҡтарҙың күстәнәстәре, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙарының һыйлы өҫтәлендә сәй эсеү менән тамамланды.
Бында осрашыуҙар ауылдар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы нығыраҡ дуҫлаштырыр, берҙәмләштерер тигән теләткә ҡалам.
Ошо ҙур сараны үткәреүҙә бүләктәр менән ярҙам иткән Илнар Айҙар улына һәм ауылдың егәрле, уңған, бер һүҙҙән аңлап торған ҡатын-ҡыҙҙарына ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ярышты
Автор:Ләйсән Ишемғолова, Аҡъюл ауылы
Читайте нас: