Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Март , 18:45

Сибай ҡыҙы - ТНТ проектында!

   

ТНТ телеканалында «Яңы йондоҙҙар фабрикаһы» телепроектының беренсе эпизоды күрһәтелә. Программаның остаздары Сергей Жуков һәм Сергей Шнуров. Жюриҙа Егор Дружинин, Анна Хилькевич һәм Клава Кока эшләй, Регина Тодоренко һәм Тимур Родригез шоуҙы алып бара.

«Яңы йондоҙҙар фабрикаһы» проектында 17 талантлы башҡарыусы ҡатнаша. Улар араһында - Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова. 9-сы лицейҙы тамамлаған Камилия уҡыған йылдарында «Подсолнух» вокаль ансамбле составында йырлай, «НеБарби» төркөмө солисы була, «Индиго» бейеү студияһында бейей, ҡала концерттарында даими ҡатнаша. Яҡташыбыҙ Сибай исеменән сығыш яһаһа ла, әлеге ваҡытта Камилия Мәскәүҙә йәшәй. Ул Мәскәү губерна сәнғәт колледжының вокал бүлеге студенты.

Һәр ҡатнашыусы сәхнәгә сыға һәм саҡырылған артист менән композицияны дуэтта башҡара. Был сығыштарҙан һуң остаздар үҙ командаларын төҙөй. Шоу ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡатнашыусыларҙың береһе проекттан китергә тейеш була. Беренсе сығарылышта Камилия йырсы Катя Лель менән бергә «Мой мармеладный» хитын башҡара.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: