МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2024, 10:34

Хәйбулла оҫтабикәләре еңеү яуланы

Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова һәм Мәмбәттән Нәфиә Ҡәйепова Йылайыр районында уҙған "Сигеүҙәрҙә күҙ нурҙарым" исемле район-ара бәйгелә ҡатнашты.

Хәйбулла оҫтабикәләре еңеү яуланыХәйбулла оҫтабикәләре еңеү яуланы
Хәйбулла оҫтабикәләре еңеү яуланы

Хәйбулла оҫтабикәләре Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова һәм Мәмбәттән Нәфиә Ҡәйепова бөгөн Йылайыр районында уҙған "Сигеүҙәрҙә күҙ нурҙарым" исемле район-ара бәйгелә ҡатнашты. Оҫталарыбыҙҙың зауыҡ менән эшләнгән ҡул эштәре төп иғтибар үҙәгендә булып, бәйге һөҙөмтәләре буйынса Аҡсәскә Әбделмәнова Гран-при, Нәфиә Ҡәйепова беренсе урын яуланы! Афарин!

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас