Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Март , 20:20

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды

   

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды

Тәтешле районында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Уның арабыҙҙан китеүенә һуң сирек быуат үткәс, Үрге Тәтешле ауылының Үҙәк район китапханаһы алдында уға һәйкәл ҡуйылды.

Скульптор шағирҙы эскәмйәлә ултырған итеп һүрәтләгән. Эскәмйәнән өҫтәрәк — мемориаль таҡтаташ, унда Әнғәм Атнабаевтың (1928-1999) шиғыр юлдары уйып яҙылған.

Һәйкәлдең авторы — билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Һын Тәтешле районының социаль үҫеш хәйриә фонды аҡсаһына эшләнгән.

Һәйкәлде асыу тантанаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, Татарстандан килгән ҡунаҡтар, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры вәкилдәре ҡатнашты. Әнғәм Атнабаевты хөрмәтләп иҫкә алырға дуҫтары, коллегалары, яҡындары, Күрҙем ауылынан яҡташтары килгәйне. Улар сағыу һәм талантлы шәхес, тоғро дуҫ тураһында хәтирәләре, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Шул уҡ көндө район мәҙәниәт һарайында «Күрҙем шишмәләре» шиғриәт конкурсының гала-концерты уҙҙы.

«Башҡорт драма театры сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың 11 пьесаһы ҡуйылды, шуларҙан «Ул ҡайтты» һәм «Балаҡайҙарым» әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр 1960 йылдан башлап өсәр тапҡыр сәхнәлә күрһәтелде»  — тип билдәләне Башҡорт драма театры директоры Иршат Фәйзуллин. 

 
Фото:Тәтешле районы хакимиәте
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: