Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Февраль , 21:33

Рәсәй төбәктәрендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрен асыу эше дауам ителә

   

Рәсәй төбәктәрендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрен асыу эше дауам ителә
Рәсәй төбәктәрендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәрен асыу эше дауам ителә

Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй субъекттарында һәм сит илдәрҙә ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында 2020 йылда башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.

- Бындай үҙәктәр бөгөн Ырымбур, Свердловск, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округы-Юграла уңышлы эшләй, – тине Әминә Шафиҡова. – Әлеге көндә Һамар өлкәһенең Һамар ҡалаһында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тураһында рәсми мөрәжәғәт бар.

Министр һүҙҙәренсә, быйыл Өфөлә «Тамырым — башҡорт» төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр форумын үткәреү планлаштырыла. Унда Рәсәйҙең алты төбәгенән (Ханты-Манси автономиялы округы-Югра, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан) килгән балалар Өфөнөң төп музейҙарында, белем биреү учреждениеларында һөнәри йүнәлештәге экскурсиялар менән танышасаҡ.

Әлеге ваҡытта мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы менән Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан республикалары араһында килешеүҙәр төҙөлгән. Уҙған йылда Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн халыҡ ижады буйынса 24 оҫталыҡ дәресе үткәрелде, башҡорт милли кейемдәрен тегеүҙә, тирмә эшләүҙә ярҙам күрһәтелде, башҡорт телендә сыҡҡан китаптар һәм милли инструменттар тапшырылды.

 - Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы берләштергән Милли һабантуй байрамы бөгөнгө көнгә тиклем имидж сараларының береһе булып тора, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова. – 2023 йылда Рәсәйҙең 17 төбәгендә, шул иҫәптән Үзбәкстанда һабантуйҙар уҙғарылды. Сарала ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны бер миллиондан ашты. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта һабантуйҙар йылдағыса иң күләмлеһе булып ҡала, былтыр унда ярты миллионға яҡын кеше ҡатнашты.

 2022 йылда Минск ҡалаһында үткән «Һабантуй» милли байрамында «Шишмә»татар-башҡорт мәҙәни мираҫы» халыҡ–ара йәмәғәт берекмәһенә 13 милли кейем, эске биҙәлешле башҡорт тирмәһе, традицион музыка ҡоралдары – ҡумыҙ тапшырылды.

2023 йылда Рәсәй төбәктәренең һәм Беларусь Республикаһының Х форумы сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында дүрт килешеүгә ҡул ҡуйылды. 2024 йылда Башҡортостан һәм Беларусь Республикалары мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары араһында өс килешеү төҙөлдө. Ҡаҙағстанда ете башҡорт ойошмаһы уңышлы эшләй. 2021 йылда рәсми делегацияның Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһенә Халыҡтар дуҫлығы йортонда урын бирелде, ун комплект аутентик башҡорт милли кейемдәре тапшырылды. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан республикаларының мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары араһында биш килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Ташкент ҡалаһында башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге эшләй, ул йыл һайын Башҡорт мәҙәниәте көндәрен ойоштора. Үзбәкстан Республикаһындағы башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәген милли кейемдәр менән тәьмин итеү буйынса эш алып барыла.

2022 һәм 2023 йылдарҙа Башҡортостан делегацияһы «Һабантуй» байрамындарында ҡатнашты, унда республикабыҙ белгестәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәгенә һәм Үзбәкстан Республикаһы Милли китапханаһы фондына 88 дана китап тапшырҙы.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: