МӘҘӘНИӘТ
21 Февраля 2024, 10:00

Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?

Гөлкәй Сыңғыҙова,  Аҡъяр ауылының “Бөркөт” кинозалы хеҙмәткәре

Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?
Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?

Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?

Гөлкәй Сыңғыҙова,  Аҡъяр ауылының “Бөркөт” кинозалы хеҙмәткәре:

--Башҡорт телен һаҡлау ғаиләнән башлана тигән фекер менән килешәм. Сөнки һин өйҙә  башҡорт телендә аралашаһың икән,  нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һинең балаларың да, ейән-ейәнсәрҙәрең дә телде беләсәк.  Бәләкәй саҡтарынан башҡорт телендә әкиәттәр уҡыу, бергәләп башҡортса спектаклдәр  һәм кинолар ҡарау ҙа әһәмиәтле.  Мәҫәлән, бәләкәстәр йәнһүрәттәр  ҡарарға ярата.  Рус телендә бихисап ҡыҙыҡлылары бар. Шуға күрә башҡорт телендәге  сағыу  һанлы йәнһүрәттәр кәрәк.

Тағы ла  милли матбуғат тураһында ла әйтеп үткем килә. Республикала  балалар өсөн нәшер ителгән башҡортса баҫмалар алдырырға, уҡырға кәрәктер тигән фекерҙәмен.  Башланғыс кластарҙа һәм балалар баҡсаһында үткән “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурстарында балаларҙы ҡатнаштырыу хуп. Әгәр минең мөмкинселегем булһа, мәктәптәрҙә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен һанын арттырыр инем. Үкенескә ҡаршы, был улай түгел. Элекке кеүек мәктәптәрҙә  “Йәш хәбәрселәр” клубын әүҙемләштерергә тәҡдим итер инем. Ул саҡта уҡыусыларҙың милли матбуғатты уҡырға,  үҙҙәре яҙышырға ҡыҙыҡһыныуҙары уяныр ине тигән фекерҙәмен.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас