МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2024, 09:42

Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?

Миҙхәт Мәмбәтов, филология фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?
Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?

Миҙхәт Мәмбәтов, филология фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры:

--Әлбиттә, тел проблемаһы һәр кемде борсойҙор. Бигерәк тә йәш быуындың үҙ телендә һөйләшмәүе. Беҙҙең балаларҙың өсәүе совет осоронда тыуып, тәрбиәләнгән балалар. Уларға хәҙерге замандағы һымаҡ көслө, аяуһыҙ, һәр яҡлап антитәрбиә алып барылмай, йәнә хәҙерге балаларҙың ата-әсәләре лә хәҙерге мәктәптә, мөхиттә, әлеге ағыулы йоғонто шарттарында тәрбиә алғандар. Бына ошо ике мөһим сәбәптең һөҙөмтәләрен татыйбыҙ. Бәхәскә лә урын бар тип әйтеүселәр булыр, сөнки матур өлгөләр ҙә бар. Әлбиттә, бар. Мин ҡала шарттарында үҫкән балаларым хаҡында әйтәм. Улар иркен әсә телендә һөйләшәләр үҙебеҙ менән аралашҡанда, эштә, әлбиттә, юҡ. Ғаиләләрендә-төрлөсә, күберәк русса.Тимәк, ейәндәрҙең хәлен аңларға була, ауырлығы беҙгә төшә. Мәскәүҙәге ейәнемде ҡайһы берҙә русса картинка менән сәләмләһәм, ул миңә башҡортса яҙа, шуға ҡыуанам. Бәләкәйҙәре беҙгә килгәндә генә беҙ башҡортлоҡтарын тойҙорорға тырышабыҙ. Ябай һүҙ менән өндәшеүҙе аңлайҙар, ҡабул итәләр, шуға ла кинәнәбеҙ... Кесе ҡыҙым Гөлназ беренсе кластан Рәми Ғарипов мәктәп-гимназияһында уҡып тамамлағас,  башҡортса иркен һөйләшә. Әммә  Мәскәү шарттарында йәшәп эшләгәс, көндәлек практика телефонда һәм ҡайтҡанда ғына инде.

Беҙҙең кеүек оло йәштәгеләргә ейән-ейәнсәрҙәрҙе һөйөп-наҙлап үҫтерешергә генә түгел, үҙ телебеҙҙә һөйләшеп, әкиәтле китаптар уҡып, улар менән уйнағанда ла туған телебеҙ матурлығын тойҙороп тәьҫир итергә мөмкин. Тик теләк кенә булһын.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас