“Теле барҙың --иле бар” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Сөнки халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ошо йәһәттән бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға “Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимә эшләр инең?”, тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Мәрйәм Иманғолова, “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенең баш мөхәррире:
--Йәшерен-батырын түгел, йылдан йыл туған телен белмәгән һәм әсә телендә һөйләшергә теләмәгән башҡорттар һаны арта. Ошоноң һөҙөмтәһе булып, милли баҫмаларҙың тиражы кәмей, милли телдәге теле-радио программаларҙы һирәк тыңлайҙар. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Хәйбулла районында яҡынса 30 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың яҡынса 83 проценты, йәғни күпселеге башҡорт милләтенән. Ә “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенең тиражы бөгөнгө көндә 800 дана. 92 йыллыҡ тарихы булған, 2006 йылда үҙаллы гәзит булараҡ нәшер ителгән баҫмабыҙҙың һәм уның менән бергә телебеҙҙең юғала барыуы ошо һандарҙа асыҡ сағыла. Быны ваҡыт һулышы тип тә аңлайым. Сөнки глобәлләштереү шарттары туған телдәрҙе һаҡлауҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, этно-тел байлығыбыҙ сиктәре юйыла. Милли матбуғатҡа килгәндә, минең фекеремсә, ул әсә телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа төп роль уйнай. “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә районыбыҙ халҡы, башҡорт ғаиләләре, йәштәре, мәҙәниәте, шөғөлө, сәнғәте, мәҙәни мираҫы, йолалары тураһында бихисап мәҡәләләр сыға. Башҡорт телен һаҡлау маҡсатында район гәзитенең һанлы майҙанында әүҙем эш алып барабыҙ, “Бәйләнештә”, “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә, “Телеграм” каналда башҡорт телендә алып барылған төркөмдәребеҙ бар.
Әсә телендәге “районка”ның яҙмышы һәр беребеҙҙең ҡулында, шуға күрә үҙегеҙ ҙә яҙышығыҙ, гәзит битен бергәләп ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле итәйек. Әгәр башҡорт телендәге берҙән-бер район гәзите юғалһа, ул телебеҙҙе лә юғалтыуға ҙур аҙым булыр. Уйланайыҡ, йәмәғәт...