Кис ултырып ҡыҙҙар ,сигеү сигә
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте...
"Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылында үткәрелгән "Оләсәйҙәр мәктәбе"нең бөгөнгө дәресенә тап ҡына килеп тора ошо йыр. Сөнки бөгөн ҡыҙҙар таҫтамал сигеү шөғөлөнә өйрәнделәр. Ауылыбыҙҙың уңған, ҡул эштәренә оҫта ағинәйе Земфира Сәлмән ҡыҙы сигеү менән бала саҡтан шөғөлләнә, әле лә яратҡан шөғөлөн ташламаған.
Ҡыҙҙарға ул төрлө биҙәктәрҙе сатрашлап сигергә, таҫтамалдың суҡтарын һүреп эшләргә өйрәтте. Был һөнәр ҙә һылыу ҡыҙҙарға бик оҡшаны, Земфира өләсәйгә ҙур рәхмәт әйтеп, хушлаштылар.
Борондан килгән был матур шөғөл киләсәктә ҡыҙҙарға кәрәк булыр, тип ышанабыҙ .