МӘҘӘНИӘТ
6 Февраль 2024, 05:51

“Һаумы, һаумы, әкиәт!”

"Шатлыҡ" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләү буйынса конкурс үтте.

“Һаумы, һаумы, әкиәт!”“Һаумы, һаумы, әкиәт!”
“Һаумы, һаумы, әкиәт!”

"Шатлыҡ" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләү маһирлығы буйынса “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсын ойошторҙоҡ. Бәйге шарттарына ярашлы, унда кескәйҙәребеҙ үҙ-ара 2–4 һәм 5–7 йәш категорияһында сәсәнлек оҫталығында көс һынашты. Һәм жюри ағзалары тарафынан һөҙөмтәләр түбәндәгесә баһаланып, еңеүселәребеҙгә, сарала әүҙем ҡатнашыусы йәш әкиәтселәребеҙгә маҡтау грамоталары, дипломдар һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды.
2–4 категорияһында:
I урын – Килдебаева А. (“Аҡбуҙат ” уртансылар төркөмө, етәксеһе Килдебаева З.Ғ.);
II урын – Собханғолов Т.(“Бал ҡорттары” уртансылар төркөмө, етәксеһе Әлибаева Ә.Н.);
III урын – Әлибаева М.(“Ҡурайҡай ” кескәйҙәр төркөмө, етәксеһе Әлибаева Ә.Н.);

5–7 йәш категорияһында:
I урын – Моталова Л. (“Көнбағыш ” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе Килдебаева А.Ғ.);
II урын – Бикбов Д. (“Любознайки ” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе Мусина Р.Ә.);
III урын – Байғужин И.(“Көнбағыш ” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, етәксеһе Килдебаева А.Ғ.);

Афарин! Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Ойошторолған сәсәнлек бәйгеһе аша кескәйҙәребеҙ оҫта итеп әкиәт һөйләү маһирлыҡтарын күрһәтеп кенә ҡалманы, ә әкиәт ул башҡорт халыҡ ижадының бер жанры булыуы тураһында белемдәрен камиллаштырҙы, башҡортса һөйләү телмәрҙәрен үҫтерҙе һәм фекер мәҙәниәтен, хәтерҙәрен яҡшыртты.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район мәғариф идаралығы

Автор:
Читайте нас