Район мәҙәниәт йорто һәм Әбеш ауылының һәүәҫкәр артистары әҙерләгән концерт программаһы Ырымбур өлкәһе халҡының күңеленә хуш килде. Хәйбуллаларҙың сығышын ҡарарға Орскийҙар ғына түгел, хатта Новотроицк, Гай ҡалаларынан да яҡташтарыбыҙ килеп еткән ине. Күптән туған телдәге йыр-моңға һыуһаған милләттәштәребеҙ һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты. Концерт тамамланғас та таралашырға ашыҡманылар. “Хәйбулла районы сәхнә оҫталарының сығышы шул тиклем оҡшаны, тағы ла килегеҙ”, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты улар.
Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында Әбеш ауылы хужабикәләре әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолдо. Шулай уҡ район ирекмәндәре концертҡа килгән ҡунаҡтарға маскировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ класы ла күрһәтте.