Халҡыбыҙҙа “ыуыҙ ҡоймағы” тигән йола йәшәй. Ыуыҙ һөтөнән әҙерләргә мөмкин булған ризыҡтар байтаҡ.
Иң билдәлеһе, моғайын да, ҡоймаҡтыр.
Һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау — башҡорттарҙың борондан ҡалған йолаһы бөгөн дә йәшәй. Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул һөттән ныҡ айырыла. Төрлө витаминдарға бай. Ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм бирә. Ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләре бөгөн, мул табын артына йыйылып, үҙҙәренең оҫталыҡтары менән бүлешеп, йома сәйе эсеп, Тыуған ил именлегенә аяттар бағышлап таралыштылар.