26 ғинуарҙа, популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә һигеҙ йыл. Уның ваҡытһыҙ үлеме меңдәрсә кешене тетрәндерҙе. Вәсиләнең тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов социаль селтәрҙә ҡатынына арналған яҙмаһы менән уртаҡлашҡан һәм уның «Бәхетебеҙ бикле ятмаһын» тигән йырын һалған.
«Вәсиләһеҙ һигеҙ йыл… (31.12.1979 — 26.01.2016) Яҡты хәтер…», — тип яҙған ул. Вәсилә Фәттәхованың ижадын һөйөүселәр яратҡан йырсыһын онотмауы тураһында комментарийҙар ҡалдыра.
«Һигеҙ йыл, уның йырҙарын ишеткән һайын, күҙҙәр йәшләнә, йәне йәннәттә булһын», «Талантлы Вәсилә, онотмайым һәм яратам», «Вәсиләнең бөтә йырҙарын иҫләйбеҙ һәм яратабыҙ, бигерәк тә «Тыуған яҡ» һәм «Ашығаһың», «Вәсилә Фәттәхова мәңге хәтерҙә», «Һоҡланғыс, онотолмаҫ һәм бөтәһе лә яратҡан Вәсилә», — тип яҙалар комментарийҙарҙа.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» яҙғанса, Вәсилә Фәттәхова 2016 йылдың 26 ғинуарында ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. «Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш», «Әйтелмәгән мөхәббәтем», «Йәшә көлөп» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусыға 37 йәш ине. Уның яратҡан ғаиләһе: ире, улы Кәрим һәм кескәй ҡыҙы Камилә ҡалды.