МӘҘӘНИӘТ
26 Ғинуар 2024, 16:19

Афарин, Наҙгөл Ултраҡова!

Әбүбәкерҙән һәләтле ҡыҙ Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә, 4-се курста уҡый. Уның тураһында тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Афарин, Наҙгөл Ултраҡова!Афарин, Наҙгөл Ултраҡова!
Афарин, Наҙгөл Ултраҡова!

Әбүбәкер ауылынан Наҙгөл  Ултракова Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә, 4-се курста уҡый.

Уның әсәһе, Әлфиҙә Ултракова әйтеүенсә,  Наҙгөл беренсе тапҡыр ике йәшендә саҡта уҡ сәхнәгә сығып, йырлап-бейеп һөнәрен күрһәткән.

Наҙгөлдөң тормош девизы: “Нимәгәләр тотоноу, башлап китеү өсөн, бушҡа һөйләүҙән туҡтап, эшләй башларға кәрәк”.

Ҡаҙаныштары: халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты. “Ирәндек моңдары-2023” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы финалисты. “Салауат йыйыны” бәйгеһенең 1-се дәрәжә дауреаты.  Вокал һәм фортепиано буйынса бәйгеләр лауреаты (2023 йыл).

Студент йылдары—иң күңелле мәл, үҙаллы оло тормошҡа башланғыс аҙым,--ти Наҙгөл.

Киләсәккә пландары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы булыу.

Студенттарға теләктәре: ваҡытты бушҡа үткәрмә.  Әүҙем булығыҙ, дуҫтарығыҙ күп булһын. Сөнки студент йылдары—тормошоғоҙҙоғ иң яҡшы йылдары!

Медиацентр Колледж искусств

 

Автор:
Читайте нас