Бөгөн республика "Айыҡ ауыл-2023" бәйгеһе сиктәрендә Оло Әбеш ауылында данлыҡлы ҡурайсы, ошо ауылда ғүмҽр кисергән Дәүләтҡәлҽ Хәсәнов исҽмҽндәгҽ төбәк-ара ҡурайсылар бәйгҽһҽ үтте. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы ҡурайсылары ҡатнашты.
Гран-приға Аҡъяр ауылынан Сибай сәнғәт колледжы студенты Буранбай Исҡужин лайыҡ булды.