Моңдар ҡайтһын ауылға!
Дәртле, йыр- моңға ғашик халыҡ йәшәй беҙҙең Әбеш ауылында. Ығы- зығылы көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынған мәлдәрҙә мәҙәниәт усағында йыйыла улар. Бөгөн Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Һаҡмар-Наҙарғол, Үрнәк, Урыҫбай ауылдарынан килгән моң һөйөүселәр менән йәшлек йырҙарын хәтергә төшөрҙө әбештәр.
Бәйге рәүешендә барған сара ысын мәғәнәһендә моң байрамында әүерелде. Һағышланып уҙған йылдарға ҡайтты, дәртләнеп йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө йырҙар аша осрашыуға килгән йыр һөйөүсе ағай- апайҙар.
Ретро йырҙар бер ҡасан да онотолмай, йылдар уҙған һайын улар урта быуын вәкилдәре өсөн ҡәҙерле, сөнки үткәндәр менән бәйле. Бихисап йырҙарҙың йәштәр араһында ла танылыу табып, заманса һулыш алыуы уларҙың аһәңлеге хаҡында һөйләй.
Ретро йырҙарҙы дәртләнеп башҡарыу йәһәтенән әбештәргә етеүсе булманы бөгөн. Саҡ ҡына ҡалышып, Ғәлиәхмәт ауылынан килгән йыр һөйөүселәр беренселекте яуланы.
Ә бына сараның төп бүлаге - ыңғай тәьҫораттар, аралашыу һәм рухи кинәнескә бар ҡатнашыусылар ҙа лайыҡ булды!
#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ