МӘҘӘНИӘТ
10 Ғинуар 2024, 06:59

Абруйлы матбуғат ветераны

Аҡъярҙан  Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Мәрйәм Акилова күркәм ғүмер байрамын билдәләне       

Абруйлы матбуғат ветераныАбруйлы матбуғат ветераны
Абруйлы матбуғат ветераны

Мәрйәм Миңлебай ҡыҙы менән 1988 йылда редакцияға эшкә килгәнемдә танышҡайным. Бөгөнгөләй иҫемдә, бер кабинетта береһе ҡулына гәзит тотоп, тиҙ темпта ниндәйҙер телмәр әйткән, икенсеһе ябай баҫма машинкала автомат кеүек хәреф сүпләгән ике ҡатынды хайран ҡалып ҡарап торғайным. Баҡтиһәң, был тәржемәселәр кабинеты булып, улар рус телендәге материалдарҙы башҡортсаһына тәржемә яһайҙар икән. Яңы таныштарым ул саҡта тәржемесе булып эшләгән Мәрйәм Акилова һәм баҫма машинкала Зилә Усманова булып сыҡты. Шул ваҡыттан улар менән өс тиҫтә йылға яҡын хеҙмәттәшлек ебе һуҙылды.

Аҡъяр ауылының балалар йортонда директор урынбаҫары булып эшләгән Мәрйәм Акилова 1982 йылда редакцияға эшкә килә. Бала саҡтан гәзиткә яҙышып, аҙаҡ балалар йортонда эшләгәндә лә  мәҡәләләрен “районка”ға ебәргән Мәрйәм Акилованы редакцияға эшкә саҡырғас, икеләнеп тормай. Ул саҡтағы “Хеҙмәт байрағы” гәзите мөхәррире Шамил Байғусҡаров яңы хеҙмәткәрҙе яуаплы вазифаға, йәғни тәржемәсе итеп эшкә ала. 24 йыл дауамында Мәрйәм Миңлебай ҡыҙы ошо еңелдән булмаған эште башҡара.

-- Ҡасандыр бер хеҙмәттәшем, эшкә байрамға килгән кеүек йөрөргә, насар кәйефте тышта ҡалдырырға кәрәк тигәйне. Бына ошо һүҙҙәрҙе үҙемә девиз итеп алдым. Эшкә бер ҡасан да һуңлап йөрөмәнем. Һәр ваҡыт иртәрәк килеп, эш өҫтәлемде тәртипкә килтереү ғәҙәтемә әүерелгәйне. Күптәр аҙна аҙағы еткәнен көтһә, ә мин  шәмбе һәм йәкшәмбе ял көндәрен яратманым да кеүек. Эшемде һағынып, дүшәмбене көтөп алдым. Ул саҡта эшләгән тәржемә бүлеге мөдире Фәрит Ҡоҙабаев, тәржемәсе Рәшиҙә Үмәрғәлиева, машинкала баҫҡан Вилена Юлдашбаева, Зилә  Усмановалар менән тырышып, татыу эшләнек,--ти Мәрйәм Акилова.

Ә бына 2006 йылда, саф башҡорт телендәге үҙаллы “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите нәшер ителә башлағас, уның мәҡәләләр яҙыу мөмкинлеге биргән икенсе һулышы асыла. Мәрйәм Акилова, хаттар бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

--Хәбәрсе эшен “йөҙөп” йөрөп башҡарҙым. Кабинетта ултырырға яратманым. Һәр саҡ ауылдарға командировкаларға сығырға ынтылып торҙом. Бер сыҡҡанда  бер һулышта яҙырлыҡ 5-6 төрлө мәҡәләләр алып ҡайтам. Ауылдарҙа клубҡа ла, медпунктка ла инеп сығам,  фермалар эшен яҡтыртам, ишле һәм матур ғаиләләр тураһында яҙҙым,--тип һөйләне әңгәмәсем.

Ул саҡта  Мәрйәм апай менән бергә эшләгәс, минең дә хәтирәләр яңырҙы. Урал аръяғы гәзиттәре редакцияларынан хеҙмәттәштәребеҙҙең кем ул Мәрйәм Акилова, һеҙҙең гәзиттән ниндәй мәҡәләне алма, уның авторлығы менән баҫыла,тип ҡыҙыҡһыныуҙары иҫкә төштө.

Зиннәт ағай менән Мәрйәм апайҙың тәүге танышыуҙары ла ҡыҙыҡ була.  Тыуған ауылы Һабырға ҡайтырға транспорт  эҙләгән ҡыҙға әхирәттәре  район почтаһында яңы әрменән ҡайтып, водитель булып эшләгән бер егеттең юл ыңғайы Ивановкаға тиклем барыуы тураһында әйтәләр. Мәрйәм Минлебай ҡыҙы ярты юлға булһа ла машина булыуына ҡыуанып, почта бүлексәһендә кем Ивановка яғына бара, тип һорай.  Машинаһына посылкалар тейәп йөрөгән йәш егет шунда уҡ мин, тип яуаплай. Ҡыҙҙың  әләйһә, мин һеҙҙең юлдашығыҙ булам, тигәненә, сая егет “ғүмерлеккәме” тип шаярта. Мәрйәм апай быға көлөп кенә ҡуйһа ла, хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер. Ысынлап та шулай булып сыға, ике йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәндән һуң,  Зиннәт Фазылйән улы Куйбышев политехник техникумының өсөнсө курсында уҡығанда өйләнешәләр. Акиловтар хәҙер 47 йыл бергә, ауырлыҡтарҙы ла, ҡыйынлыҡтарҙы ла бергә кисереп, татыу ғүмер итәләр.

Бына тигән ике ул тәрбиәләп үҫтерә был күркәм пар. Сибай ҡалаһында йәшәгән өлкән улдары Дауыт менән килендәре Айгөл дә студент саҡта уҡ өйләнешәләр. Дауыт “Газсервис” ойошмаһында, ә Айгөл Сибай дәүләт драма театрында эшләй. Дауыт мәктәптә саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Кикбоксинг буйынса спорт мастеры кандидаты. Улар ҙа ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Әҙилә Магнитогорск юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле Екатеринбург ҡалаһында архитектор булып эшләй. “Ейәнсәрем бәләкәйҙән эшкә салт. Ҡартәсәйемә ярҙам итәм тип, һә тигәнсе килеп етә. Ҡулыма эш тейҙермәй, барыһын да йыуып-йышып китә. Унан һуң, мунса ла, тәҙрәләр, иҙән дә ялтырып тора. Әҙиләбеҙ һүрәт төшөрөргә маһир”,--тип ҡыуанып һөйләй ҡартәсәһе Мәрйәм Миңлебай ҡыҙы. Иҙел улдары   10-сы класта уҡый, музыка менән шөғөлләнә.

Ә бына Акиловтарҙың кинйә улдары Данилды белмәгән кеше юҡтыр. Ул әлеге ваҡытта Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Кәләше Регина декрет ялына тиклем  һәләтле балаларҙы үҫтереү эше буйынса белгес булып эшләй. Улар  ҡурсаҡтай матур өс ҡыҙ тәрбиәләй. Татыу пар һәр яҡтан һәләтле. Регина һуғыш осоро балалары тураһында фильм  төшөрөп, Гран-при яулай. Икәүләп парлап бейергә яраталар. Данил Зиннәт улы ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан арала ла Хәйбулла йәштәре менән экологик өмәләргә ихлас ҡушыла. “Бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Улдарыбыҙ ата-әсәй тип өҙөлөп тора. Килендәребеҙ уңған, аҡыллы, матурҙар. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ Аҡъярға килергә ынтылып тора. Бына ошо ҙур һөйөнөс, тормош мәғәнәһе”,--ти Мәрйәм һәм Зиннәт Акиловтар.

Мәрйәм апай менән Зиннәт ағайҙы ҡартлыҡ ҡыуып етә алмаҫ тип уйлайым. Икеһе лә йәшебеҙ апаруҡ тип тормай, йүгереп йөрөп донъя көтәләр. Улай ғына ла түгел, сәләмәт тормош алып баралар. Икәүләп бассейнға йөрөйҙәр. Ҡыш балалары бүләк иткән пластик саңғыла елдерәләр. Спорт ярыштарында ҡатнашалар. Мәрйәм Миңлебай ҡыҙы районда билдәле шахматсы. Яңыраҡ “Аҡ ладья” район клубының 10 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, төбәк турнирында 2-се урын яуланы. Ә Зиннәт ағай китап уҡырға ярата,  китапханаға йыш йөрөй. Икеһе лә баҡсасы. Уңғандарҙың үҫтермәгән йәшәлсә-емештәре юҡтыр, улары гөрләтеп уңыш бирә. Май айында редиска, ҡыярҙары өлгөрә. Рамаҙан айында икәүләп ураҙа тоталар.

Мәҡәләнең тулы вариантын  гәзитебеҙҙең 2-се һанында уҡығыҙ

Мәрйәм Иманғолова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас