МӘҘӘНИӘТ
5 Ғинуар 2024, 09:34

Йәш авторҙарҙы әҙәби конкурста ҡатнашырға саҡыралар

   

Йәш авторҙарҙы әҙәби конкурста ҡатнашырға саҡыраларЙәш авторҙарҙы әҙәби конкурста ҡатнашырға саҡыралар
Йәш авторҙарҙы әҙәби конкурста ҡатнашырға саҡыралар

14-35 йәшлек яҙыусылар өсөн «Башҡорт фэнтези һуҡмаҡтары буйлап» («По тропам башкирского фэнтези») әҙәби конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, хикәйәләр рус телендә яҙылырға һәм башҡорт фольклорына нигеҙләнергә тейеш.

Жанрҙың сикләнмәгән —фантастиканан һәм әкиәттәрҙән алып башҡорт мифтарын һәм легендаларын заманса үҙгәртеүгә тиклем. Иң яҡшы әҫәрҙәр иллюстрациялы йыйынтыҡҡа индерелә, уны ҡағыҙҙа һәм электрон вариантта сығаралар. Еңеүселәр шулай уҡ 5 мең һумға тиклемге номиналдағы китап сертификаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Ижади эштәрҙе 31 ғинуарға тиклем bashkort_fantasy@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурстың положениеһы бында баҫылған.

фото:Олег Яровиков (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас