Бөгөнгө көн иртәһе буранлы булыуға ҡарамаҫтан, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында Яңы йыл темаһына арналған матур сара ойошторолдо.
Эскурсовод Гөлсирә Карсанова балалар һәм ата-әсәләргә яңы йыл тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп уйындар уйнаны. Аҙаҡтан Хәйбулла районы тәбиғәте буйынса экскурсия ойошторолдо.