МӘҘӘНИӘТ
1 Ғинуар 2024, 07:37

Татыр-Үҙәктә театрлаштырылған тамаша үтте

Әкиәт геройҙары барыһын да мөғжизәле әкиәт донъяһына әйҙәне

Татыр-Үҙәктә  театрлаштырылған тамаша үттеТатыр-Үҙәктә  театрлаштырылған тамаша үтте
Татыр-Үҙәктә театрлаштырылған тамаша үтте

31 декабрҙә Татыр-Үҙәк ауыл клубында “Яңы йыл шыршыһы янында” тип аталған театрлаштырылған тамаша үтте.

Байрамды ауыл биләмәһе башлығы Д.Назаров асып,  яңы йыл менән ҡотланы. Ә әкиәт геройҙары тамашасыларҙы әкиәт донъяһына әйҙәне. Тамашасылар мажаралар мөхитенә сумды,  ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ла ҡатнаштылар. Ҡыш Бабай килгәс,  йыр һәм бейеүҙәр менән ысын байрам башланды. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән барыһына ла оҡшаны. Лотерея уйнатыуҙа ҡатнашҡандарҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Матур кисә дискотка менән тамамланды.

Татыр-Узякский СДК

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас