

Ивановка ауылында Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөнә арналған «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны уҙғарылды. Уйында ҡатнашыусылар «Ағинәйҙәр», «Утарбай» һәм «Бикбау» командаларына бүленә.
Уйынсылар бер нисә яуап варианты тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап биреп, тыуған яҡты, туған телде, башҡорт халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү мәсьәләләрендә белемле булыуын күрһәтте. Ҡатнашыусылар уйындан бик ҡәнәғәт ҡалды, сөнки улар республикабыҙҙың мәҙәниәте һәм тарихы тураһында күберәк мәғлүмәт алдылар. Сара Гүзәл Билалова, Айгөл Торомтаева, Хәмдиә Итбаева башҡарыуында музыкаль номерҙар менән оҙатыла.