Уҙып барған йылдың һуңғы эш көнө тәбрикләүҙәргә бай булды. Район мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғоловаға Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы тапшырылды.