МӘҘӘНИӘТ
28 Декабрь 2023, 06:18

Балҡый мөғжизәле яңы йыл уттары!

Аҡъярҙа Яңы йыл байрамына иң матур биҙәлгән ойошманы беләһегеҙме? Улайһа, һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Балҡый мөғжизәле яңы йыл уттары!Балҡый мөғжизәле яңы йыл уттары!
Балҡый мөғжизәле яңы йыл уттары!

Яңы йыл алдынан  район территорияһындағы ойошмалар, учреждениелар, предприятиеларҙы биҙәү буйынса традицияға әүерелгән конкурс үтте.

Быйыл унда 6 коллектив ҡанашты.  Ошо конкурсҡа бәйле, кискеһен Аҡъяр урамдарын күргәнегеҙ бармы? Йыһан төрлө уттар менән балҡый район үҙәге.  Ҡыш бабай,  шыршылар, ҡар бабай, Ҡарһылыу, боҙҙан һындар, аждаһа—әкиәти мөғжизә тыуҙыра.

Шулай итеп, Яңы йыл алдынан иң матур биҙәлгән ойошма, учреждение һәм бөтә төр формалағы предприятиелар араһында еңеүселәр билдәләнде:

1-се урын –Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе

2-се урын—Аҡъяр ауылының “Таналыҡ” бассейны

3-сө урын—И.Йәрмөхәмәтов ШЭ.

Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан Бүребай балалар сәнғәт мәктәбе, “Автозвук” магазины (Л.Абыҙгилдина), “Балта” коворкинг үҙәге (Р.Билалов) сертификаттар менән бүләкләнде.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас