МӘҘӘНИӘТ
22 Декабрь 2023, 18:19

Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!

Бөгөн Оло Әбеш ауылының мәҙәниәт йортонда өс халыҡ сәсәне – Асия Ғәйнуллина, Илдар Юнысов һәм Камил Илембәтов ҡатнашлығында «Айыҡ БАТЛ» тип аталған сағыу кисә үтте. Ул “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе сиктәрендә ойошторолоп, ауылда айыҡ тормош алып барыуға әйҙәгән мәртәбәле сараларҙың береһе булды. 

Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!

Оло Әбеш Һаҡмар буйын төйәк иткән, үҙе ҙур ҙа булмаған, әммә таланттарға бихисап бай булған боронғо ауылдарыбыҙҙың береһе. Әбештәр һәр дәүерҙә лә  фиҙәҡәр хеҙмәттәре, ижади һәләттәре менән абруй ҡаҙанған, халҡын, тыуған ерен яҡлап дан алған шәхестәре менән танылған төйәк. Хозур тәбиғәтле төйәктең арҙаҡлы шәхестәре иҫәбенә йор телле, шиғри күңелле кешеләр – өс халыҡ сәсәне инә. Был Оло Әбеш ауылын хаҡлы рәүештә сәсәндәр төбәге тип тә атарға форсат бирә.

Бөгөн ауылдың күркәм мәҙәниәт йортонда өс халыҡ сәсәне – Асия Ғәйнуллина, Илдар Юнысов һәм Камил Илембәтов ҡатнашлығында «Айыҡ БАТЛ» тип аталған сағыу кисә үтте. Ул “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе сиктәрендә ойошторолоп, Оло Әбеш ауылында айыҡ тормош алып барыуға әйҙәгән мәртәбәле сараларҙың береһе булды. Эйе, «Айыҡ БАТЛ»дың төп геройҙарын районда белмәгән кеше юҡтыр: улар оҙаҡ йылдар дауамында күп кенә мәҙәни сараларҙың, конкурстарҙың уртаһында ҡайнап, бихисап юғары ҡаҙаныштарға өлгәште. Быуындарҙың күсәгилешлеген тәьмин итеп, үҙ оҫталыҡтарын, белемдәрен, тәжрибәһен, быуаттар төпкөлөнән килеп еткән хәтер ептәрен йәштәргә тапшырып, абруйлы остаздар булараҡ та танылыу алғандар улар.

Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ишемғолова сараны йәнле итеп алып барҙы, уның саҡырыуы буйынса геройҙар сәхнәгә түрендә урын алды. Сәнғәт оҫталары йырлап-өзләп тә, мәшһүр эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе яттан һөйләп, мөнәжәтен йә бәйетен әйтеп, тирә яҡты сихри моңға күмеп, үҙҙәре яһаған ҡурайҙа уйнап та алды. Әлбиттә, тыуған ауылдарына ҡайтҡан кешеләр бала саҡ хәтирәләренә лә бирелде. Кисәнең геройҙары һәр ҡайһыһы үҙенсә тамашасы күңелен арбаны. Халыҡ сәсәндәре һүҙе яңғыраған, сәсән аманаты еткерелгән был кисә, ысынлап та, уның геройҙары, әбештәр һәм дә ҡунаҡтар өсөн оло ваҡиға булды.

Үҙ шәхестәрен ҙурлаған халыҡ ҡына үҙе лә оло ихтирамға лайыҡ, тиҙәр. Билдәле  ауылдаштарын хөрмәтләп, күркәм сара ойоштороп, әбештәр йәш быуынға йәнә матур өлгө күрһәтте.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 52-се һанында уҡығыҙ.

Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Бер ауылдан - өс халыҡ сәсәне!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас