МӘҘӘНИӘТ
20 Декабрь 2023, 17:12

Бүребайҙа Яңы йыл мажаралары башланды

Бөгөн Хәйбулла районында яңы йыл иртәлектәре старт алды

Бүребайҙа Яңы йыл мажаралары башландыБүребайҙа Яңы йыл мажаралары башланды
Бүребайҙа Яңы йыл мажаралары башланды

Бөгөн Хәйбулла районында яңы йыл иртәлектәре старт алды.

Район мәҙәниәт йорто артистары әҙерләгән “Яңы йылдың мөғжизәле сере” әкиәтен беренсе булып “Бүребай       тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең балалары ҡараны.

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары.. Мөғжизәле байрамды теләгән  Мәсекәй Әбей һәм Кощей Үлемһеҙ   боҙорға теләй.  Әммә һәр саҡтағыса  изгелек көсө барыһын да еңә!  Балалар геройҙар өсөн янып-көйөп тамаша ҡараны,  төрлө уйындар һәм конкурстарҙа күңелле итеп ҡатнаштылар. Ә Ҡыш бабай тоғро кескәй  ярҙамсыларына бүләктәрен ихлас өләште.

Хайбуллинский Рдк

https://vk.com/haibulla_rdk

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас