

Аҡъяр ауылынан мәғариф хеҙмәте ветераны, мәғариф алдынғыһы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә күп көс һалған Вәғиҙә Ҡужагилдина һанлы технологиялар һәм интернетта туған телдәге контент—әсә телен һаҡлау өсөн мөһим фактор, тип иҫәпләй. Вәғиҙә Рауил ҡыҙы әйтеүенсә, балаларға башҡорт телендәге сағыу йәнһүрәттәр, туған телдә эшләнгән үҫтереүсе уйындар, башҡорт телмәрен цифрлаштырыу кәрәк. Ул үҙе 40-50 башҡортса йәнһүрәттәр, видеокитаптар авторы. Шулай уҡ Вәғиҙә Ҡужагилдина нәшер иткән “Әлифба” дәреслегенә методик ҡулланма башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Вәғиҙә Рауил ҡыҙы менән заманса һәм цифрлаштырыу шарттарында туған телде һаҡлау тураһында актуаль әңгәмә ҡорҙоҡ.
--Вәғиҙә Рауил ҡыҙы, бөгөн бәләкәстәр рус телендә йәнһүрәт ҡарап, телдәре рус телендә асыла. Башҡортса йәнһүрәттәр бик аҙ. Был йәһәттән һеҙҙең фекер?
--Урта һәм оло быуын кешеләре хәтерләйҙер, элек оҙон-оҙон әкиәттәр һөйләй белеүселәр була торғайны. Уларҙы кисен әкиәт һөйләтер өсөн саҡыра торғайныҡ. Беҙ интернатта йәшәгәндә юғарыраҡ класта уҡыған Зөлфиә апайҙы бүлмәләр буйлап саҡырып әкиәт һөйләтә инек. Ул "Ел-ел, арбам", "Ҡуйҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Заятүләк менән Һыуһылыу" кеүек эпостарҙы һөйләй торғайны. Ә хәҙер кескәй балаларға әкиәт һөйләүсе бик һирәк. Ата-әсәһе йәһәтләп телевизорҙан йәнһүрәт ҡуйып бирә йәки ҡулына смартфон тоттора. Интернет киңлектәрендә рус телендә йәнһүрәттәр һанап бөткөһөҙ. Балалар теләгәнен һайлап ҡарай ала. Ҙур студиялар менән бер рәттән һәүәҫкәрҙәр төшөргән, сит ил йәнһүрәттәре тәржемәләре лә Ютубҡа системалы рәүештә һалынған. Мәҫәлән, сит ил студиялары MINI ANIMA (Төрөк), Savemle Dostlar (Әзербайжан), Консуни (Япония), Ферма старого человека (АҠШ) һәм башҡаларҙы бик яратып ҡарайҙар. Улар 3D форматта, персонаждары бик матур төшөрөлгән, уларҙа ғаилә мөнәсәбәттәре яҡтыртыла. Һәүәҫкәрҙәрҙән "Наше все" ютубканалында Анна Яранова менән Дмитрий Князев бик күп йырлы йәнһүрәттәр һалғандар. Йырҙарҙың күпселеген Аннаның ҡыҙы Лена башҡара. Анна тәрбиәсе булып эшләгәндер, тигән уй килә, сөнки йәнһүрәттәр һәр төрлө календарь байрамдарға, тәбиғәт күренештәренә арналған."Грузовик Лева" йәнһүрәттәр серияһы бар. Улар балаларҙы һәр төрлө машиналар, ҡоролмалар төҙөлөштәре менән таныштыра.
Мульт-песенки, Малышман ТВ сериалдары ҡыҙыҡлы. Ә башҡорт йәнһүрәттәрен ютубтан табыуы ҡыйын, реклама етмәй.
Беҙҙең республика телевидениеһы “Союзмультфильм” менән килешеү төҙөп, уларҙың йәнһүрәттәрен тәржемәләй. Әммә уларҙың сифаты хәҙерге технологиялар менән төшөрөлгәндәрҙән ныҡ ҡалыша. Ә хәҙерге балалар бик һайлана. Уларҙы Ютубтан табыуы ла ҡыйын, реклама етешмәй.
Башҡортостанда ла йәнһүрәттәр төшөрөлә башланы. "Аҡбуҙат" редколлегияһы тарафынан "Урал батыр" йәнһүрәте бик матур төшөрөлгән. “Тамыр” телеканалы “Нурбостан” исемле йәнһүрәттәр сериалын төшөрҙө. Бынан тыш, “Тамыр”ҙар күп кенә йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итә башланы. Тик уларҙы ютубканалына түгел, тегерамда “Башҡорт контенты”на һалалар. Киностудия "Муха"студияһы менән берлектә "Северные амуры" исемле йәнһүрәт төшөрҙө. Тик улар барыһы ла ҙурыраҡ балалар өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙерге балалар тыуғас, 5-6 айҙан, 1-2 йәштән йәнһүрәт ҡарай башлайҙар, ҡушылып йырлайҙар, бейейҙәр. Улар һәр береһен ҡарамай, һайлап ҡына ҡарайҙар. Шул уҡ сит илдәрҙең 3D йәнһүрәттәрен килешеү төҙөшөп, башҡортсаға тәржемәләргә була.
Мәҡәләнең тулы дауамын “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең 13 декабрҙәге 50-се һанында уҡығыҙ.