

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортоноң "Аҡъяр-dance" бейеү коллективы (етәксеһе Флорида Үзбәкова) "Башҡортостан йондоҙо-2023" бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивалендә ҡатнашты.
Йәш бейеүселәр "Хореография-эстрада бейеүе" номинацияһында бер нисә бейеү композицияһын тәҡдим итте. Ҡыҙҙар үҙҙәренең ижади һәләттәрен уңышлы күрһәтә алды.
Һөҙөмтәлә "Томбой" эстрада бейеүе менән коллектив 3 дәрәжә лауреат була, "Ҡаурый" һәм "How You Like That" бейеүҙәре менән 1 дәрәжә лауреат була, ә "Babymonster" бейеүе Гран-при яулай! Шулай уҡ Әҙилә Әхмәрова һәм Элина Ғатауллина башҡарыуында "Antifragile" һәм "Быть собой" бейеүҙәре 3 һәм 1 дәрәжә лауреат була.
Коллективты ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!