

Әсәм теле - сәсән теле. Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Кешенең тормошо тел менән бәйле. Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡорт теле – халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. “Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар”, – тигән сәсәндәр.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.Уның сиктәрендә "Шатлыҡ " балалар баҡсаһы "Ал елкәндәр "төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн бай йөкмәткеле сара үтте.Балалар шиғырҙар әкиәттәр өйрәнделәр, йомаҡтар систеләр, башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар. Матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙгә ҡарата,хөрмәт тәрбиәләнде.
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Автор: Айгөл Байғабулова.
"Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.