

"Ижадташ дуҫтары менән район мәҙәниәт йортонда бөгөн билдәле яҡташыбыҙ, мәшһүр ҡурайсы, импровизатор Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков сығыш яһаны. Яҡташыбыҙҙың ижадына арналған юбилей саралары районда бер нисә көн дауамында барҙы. Тотороҡһоҙ һауа шарттары үҙ төҙәтмәләрен индерһә лә, ниәтләнгән концерттарҙың төп өлөшө хәйбулла тамашасыһы алдында тәҡдим ителде. Бөгөнгө, йомғаҡлау концертында, яҡташыбыҙ һәм уның коллегалары – һәләтле сәнғәт оҫталары илһамлы сығыштары менән күңелле ял минуттары бүләк итте. Сәнғәт һөйөүселәр төбәге - Хәйбулланың үҫеп килеүсе быуынына, барлыҡ яҡташтарына Ишморат Ҡәйүм улы матур өлгө. Күңелдәребеҙҙе күтәргән, мәртәбәле ял минуттары бүләк иткән Ишморат Ҡәйүм улына һәм уның ижадташ дуҫтарына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙ, яҡташтарығыҙ, һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм артабан да уңыштар, икһеҙ-сикһеҙ ижади офоҡтар теләйбеҙ!",- тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә.
Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков – халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, милли уйын ҡоралы – ҡурайыбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән ижадсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсыларыбыҙҙың береһе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән яҡташыбыҙ тыуған яҡтарына коллегалары-ижадташ дуҫтары менән ҡайтты. Тыуған ауылы - Ғәлиәхмәттә ниәтләнгән концерт программаһы тотороҡһоҙ һауа шарттары арҡаһында килеп сыҡмаһа ла, бер нисә көн дауамында райондың мәғариф усаҡтарында һәм кисә Район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны улар. Тынғыһыҙ тәбиғәтле, ярһыу хисле, йөрәгендә оло тормош дәрте йөрөткән, күп һәләттәргә эйә булған Хәйбулла егетенең ижад ҡомары көслө, яҡташтары алдында кинәнеп сығыш яһаны ул. Мәҙәниәт йорто сихри ҡурай моңдарына күмелде. Береһенән береһе һәләтле булған сәхнәләш дуҫтары ла сараға мәртәбә, бәҫ өҫтәне. Тынғы белмәҫ ижадсыны ҡуйған маҡсаттары алға әйҙәй, киләсәктә лә шулай илһамланып ижад итергә, тамашасыларҙы үҙенең сағыу булмышы менән ҡыуандырырға яҙһын!
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте.