Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Ноябрь 2023, 19:31

Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналар 2024 йылдың йәй аҙағында үткәреләсәк

   

«Тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан тантаналар ҡасанға планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Ҡала көнө 12 июндә билдәләнһә лә, байрам сараларын август аҙағында үткәреү планлаштырыла.

«Август аҙағында тантаналы саралар үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Аныҡ датаны әлегә иғлан итергә теләмәйем. Был ҡунаҡтарҙы саҡырыу менән бәйле. Көҙ башына юбилей объекттары әҙер буласаҡ», — тип һөйләне Радий Хәбиров.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: